Башҡортостанда «Торлаҡ идаралығы» форумының муниципаль этабы үтә

Your browser doesn't support HTML5 video.

 Иглин районы хакимиәтендә ойошторолған ултырышта урындағы етәкселәр күп ҡатлы йорттарҙың идарасы компаниялары вәкилдәре һәм фатир хужалары менән осрашты. Район кимәлендә үткән сарала күтәрелгән мәсьәләләрҙе граждандар тауыш биреү ысулы менән һайлап чиновниктарға еткерҙе.

Юл ремонты, көндәлек ҡалдыҡтарҙы сығарыу, яҡтыртыу ҡоролмаларын төҙөкләндереү, ихаталарҙы таҙартыу кеүек һорауҙар иғтибар үҙәгендә булды.

Иглин районында йәшәүсе граждандарҙы борсоған төп һорауҙар буйынса фекер алыштыҡ. Ниндәй йүнәлештә эш алып барырға кәрәк икәнен яҡшы аңлайбыҙ һәм тәү сиратта урамдарҙа яҡтыртыу ҡоролмаларын алмаштырырға тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Электр энергияһын аҙ сарыф иткән сифатлы яҡтыртҡыстар ҡуя башлайбыҙ.

Николай Самойленко, Иглин районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы

Флорида Ким.