Башҡортостанда сусҡа ите етештереү күләме бер йыл эсендә 20 процентҡа артҡан

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 95 мең тонна ит етештерелгән. Шишмә һәм Благовар райондарында инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу уңышлы бара. Инвестор проектты артабан да дауам итергә планлаштыра. 15 мең баш һыйҙырышлы мал комплексы төҙөлә.