Башҡортостан инновация предприятиеларының 20 миллион һумлыҡ грант алыу мөмкинлеге бар

Был хаҡта эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. Заявкалар 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Проекттар һанлы технология, медицина, химик сәнәғәт, биотехнология һәм ресурс һаҡлау энергетика йүнәлешле булырға тейеш. Грант кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү милли проектына ярашлы бүленә.