Башҡалала Дан бульвары төҙөкләндерелә

Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында йәмәғәт тыңлауҙары үтте. Унда архитекторҙар булдырған проект тәҡдим ителде. Архитектор Мария Казакова әйтеүенсә, парк осоу тематикаһында эшләнә. Бында ике тапҡыр Советтар Союзы геройы, легендар летчик Муса Гәрәевҡа бюст ҡуйылған. Шулай уҡ фонтан, спорт майҙансығы һәм скейт-парк урынлаштырыу планлаштырыла, тирә-яғы, шул иҫәптән ер аҫты йәйәүлеләр үткәүеле осоу тематикаһында биҙәлә.