1-се класҡа барыусы балалар өсөн ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты үҙгәреүе тураһында иҫкәртә

Мәғариф һәм фән министрлығы ата-әсәләрҙе 1-се класҡа барыусы балалар өсөн ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты үҙгәреүе тураһында иҫкәртә. Быйыл ғаризаны 1 апрелдән тапшырырға мөмкин, быға тиклем 1 февралдән алына ине. Мәктәпкә беркетелгән йорттарҙа йәшәүсе балалар 1-се класҡа 30 июнгә тиклем ҡабул ителә. Башҡалар иһә буш урындар булһа 6 июлдән 5 сентябргә  тиклем исемлеккә  индерелә.