Вице-премьер – Республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, технопарк Сколково фонды менән берлектә булдырыла. IQ-парк резиденттары сифатында юғары технологиялар менән эшләүсе компаниялар ҡарала, ТЭК һәм IT-секторҙа эшләүселәр булыуы мөмкин. IQ-парк бинаһы Зәки Вәлиди урамында урынлаша. Әле проектлау тамамланып килә. Төҙөлөшкә әҙерлек башланған.