Башҡортостанға Рәсәйҙең резерв фондынан 70 миллион һумға яҡын бүленде

Был аҡса  коронавирус менән ауырыған пациенттарҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелә.   Бушлай препараттар амбулатор дауаланған пациенттарға бирелә. Дарыуҙар исемлеге федераль кимәлдә раҫланған. Йыйылмала антибиотиктар, вирусҡа ҡаршы, температураны төшөрә торған һәм башҡа препараттар бар.