“ФинЭкспертиза” Халыҡ-ара аудитор-консалтинг үҙәге тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, республикала ябылған ойошмалар һаны 3 процентҡа кәмегән. Был ил төбәктәре араһында яҡшы күрһәткес. Аналитиктар билдәләүенсә, 2020-се һуңғы 18 йыл эсендә эшҡыуарлыҡ өлкәһендә иң насар йыл булған. Пандемия сәбәпле Рәсәйҙә 516 мең самаһы ойошма эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Башҡортостан хөкүмәте бизнесҡа булышлыҡ итеү масатында 3 пакет әҙерләне.