Коронавирус : сикләүҙәр йомшартыла

Башҡортостанда асыҡ һауала концерт уҙғарыу рөхсәт ителде. Шулай уҡ залдарҙы тамашасылар менән тултырыу проценты арттырылды. Тиҙҙән яңы тәртип көсөнә инә. Коронавирусҡа ҡаршы төбәк оператив штабы залдарҙы 50 процентҡа тултырыу мөмкинлеге тураһында ҡарар сығарҙы.