Өфөлә эттәр һәм бесәйҙәр өсөн приют төҙөү планлаштырыла

Өфө хакимиәтендә Яңы Черкассы ауылында булдырыласаҡ проект менән таныштырҙылар. Унда бер юлы 500-гә тиклем хайуан тотоу мөмкин була. Берәҙәк эттәрҙе тотоу буйынса “Фреш-микс” ойошмаһы менән контракт төҙөлгән. Эттәрҙе тәүҙә ветеринар ҡарай , приютта 10 көн дауамында карантинда тоталар. Бында чип ҡуйыла, паразиттарға һәм ҡотороуға ҡаршы вакцина яһала, стерилләштерәләр. Дауалау-профилактика уҙғарылған эт һәм бесәйҙәр ғәҙәти мөхиткә ҡайтарыла.