Улар лизингка һатып алына. Был турала бөгөн онлайн брифингта Транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев белдерҙе. Былтыр “Башавтотранс” предприятиеһына 245 яңы автобус тапшырылған. Башҡортостанда “Алға” берҙәм транспорт картаһы ҡулланыла. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, уның менән иҫәпләшеүселәр һаны арта.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБерҙәм транспорт картаһы менән иҫәпләшүселәр льготалы хаҡҡа йөрөй. шулай уҡ “Бәхетле сәғәт” тарифы буйынса түләү мөмкинлеге бар. Пассажир бер тапҡыр түләп, 60 минут эсендә бер нисә маршрутҡа күсеп ултыра ала. Алан Марзаев дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфөлә электр транспортын үҫтереү мәсьәләһе ҡарала. Алан Марзаев белдереүенсә, заманса троллейбустар эшләү планлаштырыла. Был проектҡа инвесторҙар йәлеп итеү ҡаралған.