Бөгөн Ленинградты фашист ҡоршауынан азат итеү көнө. Быйыл был тарихи датаға 77 йыл. Блокаданы Совет ғәскәрҙәре 1944 йылдың ғинуарында ғына өҙә ала. Башҡортостанда Ленинград блокадаһы ҡорбандарын иҫкә алалар. Бөтә ҡалалар һәм райондарҙа "Блокада икмәге" акцияһы үтә. Сараға Бөрйән районы ла әүҙем ҡушылды. Иҫке Собханғол урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Норотҡолова һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Блокада икмәге” – арыш онона көрпә, ағас онтағы, ҡарағай ҡайырыһы, гидроцеллюлоза ҡушып бешерелгән икмәк. Бер кешегә ул тәүлегенә 125 грамм ғына бирелгән.