Салауат ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре янған йорт эсендә ҡалыусыларҙы ҡотҡарған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Полиция лейтенанты Руслан Сәйфуллин менән сержант Альберт Вахитов биш ҡатлы торлаҡ йортта йәмәғәт тәртибен боҙоу тураһындағы мәғлүмәтте тикшерергә юлланған булған. Ваҡиға урынында улар фатирҙарҙың береһенән төтөн сығыуын күреп ҡала һәм ишекте емереп эскә инә.

Хоҡуҡ һаҡсылары төтөн эсендә ҡалған фатирҙан ике ҡатынды алып сыға, уларҙың береһе аңын юғалтҡан була. Шулай уҡ күрше фатирҙа йәшәүселәр ҙә эвакуациялана. Янған фатир эсенән һәләк булған ирҙең кәүҙәһе табылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәгә һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө сәбәпсе булыуы ихтимал.

Гөлдәриә Йосопова.