1300 тонна май тултырылған цистерналар Черниковка йөк поездары станцияһынан алыҫ юлға сыҡты. Шишмә районы заводында һығылған май продукцияһы ете тәүлектә тимер юл аша үтеп, диңгеҙ судноһы менән Ҡытайға барып етәсәк.
Май продукцияһын оҙатыу иҡтисади яҡтан отошло, ти белгестәр. Сөнки ул ҡулланыуҙа уңайлы һәм контейнерҙың файҙалы күләмен оптималь файҙаланырға мөмкин. Экспортҡа улар махсус технология буйынса әҙерләнгән. Әлегә тиклем Шишмә майы биодизель яғыулығы етештереү өсөн Балтик буйы заводтарына ебәрелгән булған.
Флорида Ким.