Берҙәм көс менән. Федоровка районы Татар Ҡоро Иҙәге ауылында йәшәүселәр республика программаларында ҡатнашып, урындағы мәҙәниәт йортон төҙөкләндергән. Шулай уҡ быйыл «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә биләмәлә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ла сафҡа ингән. Медицина учреждениеһы эшмәкәрлеге менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина танышты
Гүзәл Әбйәлилова яңы асылған фельдшер-акушерлыҡ пунктына тәүге мөрәжәғәт итеүселәрҙе ҡабул итә. Быға тиклем медицина учреждениеһы мәктәп бинаһында урынлашҡан булһа, хәҙер ауыл үҙәгендә эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Бина иркен һәм йылы. Пациенттарҙы ҡарау, процедуралар үткәреү өсөн айырым кабинеттар ҡаралған. Ауырыуҙарҙың хәлен билдәләүҙә иһә заманса ҡорамалдар ярҙамға килә.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты ике йөҙҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Медицина ярҙамы артынан башлыса өлкән быуын вәкилдәре мөрәжәғәт итә. Сал сәсле ветерандар «Ҡасандыр ташландыҡ һаналған участканың хәҙер ауылға йәшәү ҡото өҫтәүсе урынға әйләнеүен» билдәләй. Әйткәндәй, төҙөлөш эштәрендә урындағы халыҡ әүҙем ҡатнашҡан. Биләмәне таҙартып, ҡойма менән уратып алыу, йәшелләндереүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә. Берҙәм көс менән Сәләмәтлек аллеяһы ла булдырылған.
Федоровка районы Татар Ҡоро Иҙәге ауылы халҡы мәҙәни тормош менән дә ҡайнап йәшәй. Һуңғы ике-өс йылда «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһы һәм «Реаль эштәр» проекты буйынса клубта капиталь ремонт эшләнгән. Сәхнә, тәҙрә-ишектәр, түбә, иҙән ҡатламы яңыртылған. Шулай ҙа иң көтөп алынған ваҡиға - бинаға зәңгәр яғыулыҡ үткәрелгән.
Мәҙәниәт йортонда «Әхирәттәр» фольклор клубы эшләй. Тиҙҙән коллектив өр-яңы сәхнә костюмдары менән тәьмин ителәсәк. «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашыуға йәнә документтар әҙерләнгән. Ансамбль солистары республика кимәлендә ойошторолған конкурс-фестивалдәрҙә сығыш яһап, яңы еңеүҙәр яуларға ниәтләй.
Гөлназ Хәйбуллина.