Бөгөн – Ленинградты блокаданан тулыһынса азат итеүгә 77 йыл

Your browser doesn't support HTML5 video.

1941 йылдың 8 сентябренән алып  872 көн дауамында Ленинград халҡы һәм уны һаҡлаусылар оло ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлыҡҡа һынау тота. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, блокада осоронда 400 меңдән миллион ярымға тиклем кеше һәләк була.

Блокада тамамланған 27 ғинуар Рәсәйҙә Хәрби дан көнө булараҡ билдәләнә. Өфө дәүләт нефть техник университетында «Батырлыҡ дәресе. Блокадалы Ленинград ҡаһарманлығы» онлайн кәңәшмәһе уҙҙы. Сарала республика төбәктәре,  илдең баш ҡалаһы менән тура бәйләнеш булдырылды.  Иглин ауылының тарихи- крайҙы өйрәнеү музейында ойошторолған «Блокада икмәге» акцияһында йәш быуын ҡамауҙа тотолған ҡаланың шанлы тарихы  менән һәм блокада икмәгенең составы менән  танышты.

Блокадалы Ленинград темаһына бындай сараны йыл һайын уҙғарабыҙ. Бөгөн Мәскәү, Дүртөйлө ҡалаһы, Стәрлетамаҡ менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Тарих онотолмай. Эҙәрмәндәр ҙә яу эҙҙәре буйлап экспедициялпарға сыға.

Светлана Долженко, Өфө дәүләт нефть техник университетының тәрбиә эштәре буйынса үҙәге мәҙәни ойоштороусыһы

Рәмилә Исмәғилева.