Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыусыларҙан ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителә

Унда уҡыусы һынау тотасаҡ предметтар күрһәтелә, тип хәбәр итәләр Мәғариф һәм фән министрлығынан. 1 февралдән һуң тапшырылған ғаризаларҙы Дәүләт комиссияһы тикшерә һәм имтиханға рөхсәт буйынса ҡарар сығара.