Берҙәм дәүләт имтихандарында 200 балл алған абитуриенттар өсөн яҡшы шарттар тәҡдим ителә

Өфө дәүләт авиация-техник университеты һәм Өфө моторҙар төҙөү берекмәһе Берҙәм дәүләт имтихандарында 200 балл алған абитуриенттар өсөн яҡшы шарттар тәҡдим итә. "Авиация һәм ракета двигателдәрен проектлау" һөнәре буйынса махсус төркөм йыйыла. Студенттарға кәмендә 20 мең һумлыҡ  стипендия түләнә. Сит телдәрҙе белеүселәргә 4 мең ярым һум өҫтәлә.