Өфөлә трамвайҙар селтәрен яңыртыу өсөн 25 миллиард һум кәрәк

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, инфраструктураны  яңыртыу,  яңы трамвайҙар алыу һәм 10 километр юл төҙөү талап ителә. Аҡсаның ҙур өлөшөн федераль ҡаҙнанан алыу планлаштырыла. Өфө трамвайҙары иҫкергән. Быға тиклем 20 йыл элек 35 транспорт  алынған булған.