Рәсәй байҙарының аҡсаһын айырым һалым инспекцияһы һанаясаҡ

Федераль  һалым хеҙмәтенән  хәбәр итеүҙәренсә, ул 1 февралдән эш башлай. Яңы инспекция  йыллыҡ  килеме  500 миллион һумдан артҡан  кешеләр өсөн тәғәйенләнә. Байҙарҙың аҡсаһын иҫәпләгәндә ҡатмарлы финанс операциялар тикшерелә, шуға  айырым  хеҙмәт булдырыла, тип  аңлаталар  ведомствонан.