Республика Башлығының мөрәжәғәтнамәһе йәшәйештең бөтә тармаҡтарында ла үҫеш юлдарын билдәләне

Радий Хәбиров Өфөнөң Зәки Вәлиди урамындағы юл үткәргесте төҙөкләндереүгә бәйле уңайһыҙлыҡтар өсөн республика халҡынан ғәфү үтенде. Ул был турала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров юл үткәргесте яңыртыуҙы 1 сентябргә тамамлау бурысын ҡуйҙы.

Республика Башлығының йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе йәшәйештең бөтә тармаҡтарында ла үҫеш юлдарын билдәләне, берҙәмлектең мөһимлеген күрһәтте. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина шундай фекерҙә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн “Асыҡ студия” тапшырыуында мөрәжәғәтнамәлә күтәрелгән мәсьәләләр тураһында фекер алышыу ойошторола. Тура эфирҙағы әңгәмәгә билдәле политолог Зөфәр Тимербулатов саҡырылған. Интерактив канал 18 сәғәт 15 минутта башлана. Һорау, фекер һәм тәҡдимдәрегеҙ өсөн бәйләнеш телефоны: 285-77-85.