Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 5 мең 202 кеше әле ауырыуҙы еңел үткәрә, 441-е дауаханаға һалынған. Һуңғы тәүлектә 161 пациент һауыҡҡан, ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып сирҙе йоҡтороусылар һаны 23 мең 700-ҙән артты.