Иртәгә Борайҙа елдәк ырыуы башҡорттары ҡоро үтә

Был ырыу вәкилдәре республиканың төнъяҡ-көнбайышындағы тиҫтәгә яҡын районында бихисап ауылдарҙа төпләнгән. Илештәге 6  биләмәлә бөгөн Елдәк хан вариҫтары донъя көтә. Бишҡурай ауылының башҡорт теле уҡытыусыһы Рәзилә Хәҙимуллина әйтеүенсә, Борайҙағы йыйын Илеш башҡорттары өсөн дә әһәмиәтле. Сөнки, бөгөнгө быуын үҙ тарихын,  сығышын яҡшы белергә тейеш.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт