Рәсәй президенты Булгаков ауылында йәшәүсе үҫмер Артем Ғәниевҡа ҡултамғалы портретын ебәргән. Артем яңы йыл алдынан ил етәксеһенән үҙе шундай бүләк һораған. Бүләкте уҡыусыға Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин тапшырҙы.