Уға ярашлы, төбәктә иҡтисадты үҫтереү һәм социаль өлкәне яҡшыртыу буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды, тиҫтәләрсә инвестиция проекты тормошҡа ашырылды. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу яңы эш урындарын барлыҡҡа килтерә. Йәштәр ҙә төбәктә төпләнеп ҡаласаҡ”, - ти Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Урал аръяғына ҙур иғтибар бирелеүе минең өсөн оло ҡыуаныс булды”, - ти “Шоңҡар” журналы баш мөхәррире, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМарт айында Урал аръяғында “Цемикс” компанияһының ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары һәм аҡ цемент етештереү заводын асыу планлаштырыла.