Башҡортостанда “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы дауам итәсәк

Был хаҡта Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөнгө мөрәжәғәтнамә барышында белдерҙе. Программаға ярашлы, 55 йәшкә тиклемге педагогтар ауылда 5 йыл эшләргә тейеш. Уларға 1 миллион һум аҡса бирелә. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.