Башҡортостанда Евразия халыҡтары ассамблеяһы көндәре уҙғарыла

Ул июлдә була. Был көндәрҙә Республикала Бөтә донъя фольклориадаһы үтергә тейеш. Ассамблея көндәренә килгән делегациялар унда ла ҡатнаша, тип белдерҙе Премьер-министр, Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы вәкиллеге етәксеһе Андрей Назаров. Ассамблея көндәре барышында "Евразиада" менән таныштырыу ҡаралған. 2025 йылда Өфөлә Евразия уйындарын уҙғарыу планлаштырыла.