Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында ғәҙәти тәртиптә уҡыта башлайҙар

Коронавирус менән көрәш буйынса оператив штаб ултырышында ҡабул ителгән талаптарҙы бер аҙ йомшартыу тураһында ҡарар ителде. 8 февралдән студенттар ВУЗдарға йөрөп уҡый башлай. Бөгөндән йәмәғәт туҡланыу урындары тәүлек әйләнәһенә эшләй. Килеүселәр һанына сикләү бөтөрөлә. Мәҙәни һәм спорт саралары ваҡытында тамашсылар һанына  сикләү саф һауала - 85, бина эсендә 70 процент менән билдәләнә. 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр изоляцияла булырға тейеш, шулай уҡ  барыһы өсөн дә битлек тәртибе һаҡлана.