Ул 31 ғинуарҙа Рус драма театры алдындағы майҙанда була. Концертта Элвин Грей, Рөстәм Ғиззәтуллин, Рәил Өмөтбаев, Зилиә Бәхтиева һәм башҡа артистарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Байрам концерты 12-лә башлана, ул бушлай була. Ҡала хакимиәте майҙанға килеүселәрҙең битлектә булырға тейешлеге тураһында иҫкәртә.