Республикала пластик шешә һәм тимер банка йыйыу урыны барлыҡҡа килә

Тәүге фандоматтарҙы февраль һәм мартта Туймазыла ҡуйыу планлаштырыла. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, тапшырылған һауыттар өсөн аҡса “Алға” транспорт картаһы иҫәбенә күсерелә. Шулай уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға ташлама бирелеүе ихтимал.