Баш ҡала ил, халыҡ-ара һәм донъя кимәлендә үткәргән саралар һаны буйынса Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ҡазан, Сочи ҡалаларынан ғына ҡалыша. Рейтингҡа Мәскәү индерелмәгән. РБК порталы мәғлүмәте буйынса, былтыр йәйен Башҡортостанға 2 миллион тирәһе турист килгән. Әле республикала юл буйы сервисын үҫтереүгә, геопарктар төҙөүгә ҙур иғтибар бирелә, Өфө 450 йыллығына әҙерләнә, Ағиҙел буйын төҙөкләндереү, Рус драма, Ҡурсаҡ театрын һәм Өфө циркы яңыртыу планлаштырыла.