Уҙған көн Мәшғүллек үҙәгендә быйылғы тәүгә вакансиялар йәрминкәһе үтте. Өфө предприятиелары һатыусы, икмәк бешереүсе, балалар туҡланыуы ойошмаларына эшселәр, һаҡсылар һәм башҡа һөнәрҙәр тәҡдим итте. Мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тороусыларҙың һорауына белгестәр яуап бирҙе. Йәрминкәлә барлыҡ санитар нормалар үтәлде.