Үткән йылда республикала 100 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. “Был мөһим һөҙөмтә. Беҙ быйыл да торлаҡ төҙөлөшөн кәметмәйәсәкбеҙ”, - тине Башҡортостан етәксеһе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә. Ул бер нисә йыл эсендә алданған өлөшсөләр проблемаһы ла хәл ителеүе хаҡында белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров әйтеүенсә, 2024 йылға тиклем торлаҡ төҙөлөшө үҫеше өсөн федераль ҡаҙнанан 8 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Сумманың бер өлөшө 60 йортта фатир алып, алданған өлөшсөләрҙең проблемаһын хәл итеүгә йүнәлтелә. 19 объект буйынса аҡсалата компенсация түләү ҡарала, башҡа биналар төҙөлөшө тамамлана. Төҙөлөш министры Рәмзил Күсербаев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБылтыр федераль фондтан бүленгән аҡсалар 2 меңдән ашыу кешегә фатирлы булырға ярҙам иткән.