Документҡа ярашлы, футбол матчтарына 85 , хоккей уйындарына 70 процентҡа тиклем тамашасылар индереү рөхсәт ителә. Башҡа спорт сараларына килгәндә, асыҡ һауала үткән ярыштарға 85, биналағы чемпионаттарға 75 процент көйәрмәндәр индереү ҡаралған.