Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров коронавирустан вакцина алырға саҡыра

Был сара халыҡта коллектив иммунитет булдырыуға булышлыҡ итә, тип билдәләй белгестәр. Ҡыуатов исемендәге Республика клиника дауаханаһы хирургы Алексей Пушкарев фекеренсә, прививка эшләтеүҙең башҡа альтернативаһы юҡ, әммә ковидҡа ҡаршы препараттарҙы һайлау мөмкинлеге бар.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөнгә республикаға 6300 данала “Спутник V” вакцинаһы килде, ошо көндәрҙә тағы 20 мең дозалыҡ яңы партия килеүе көтөлә. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында заявка ҡалдырған кешеләрҙең яҡын арала прививка эшләтеү мөмкинлеге бар.