Башҡортостанда йылылыҡ өсөн хаҡтарҙың нигеҙһеҙ арттырылыуына юл ҡуйылмаясаҡ

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Бөгөн төбәк башлығы «Өфө инженер селтәрҙәре» предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты. Компанияға декабрь квитанцияларындағы юғары хаҡтарға бәйле алты меңгә яҡын мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Проблеманы хәл итеү юлдары хаҡында киләһе яҙмала.

Декабрҙә йылылыҡҡа килгән квитанциялар күптәр өсөн күтәрә алмаҫлыҡ йөккә әйләнде. Радий Хәбиров түләүҙәрҙең артыуына дәғүә белдереүселәр менән шәхсән үҙе күреште. Өфө инженер селтәрҙәре предприятиеһына мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе өлкән быуын вәкилдәре. Үҙәккә ҡабул ителгән ғаризалар буйынса ҡабаттан иҫәпләү уҙғарыла.

Радий Хәбиров предприятиеның декабрь түләүҙәре буйынса төҙәтмә ойоштороуы хаҡында төбәктең йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашыуында белдергәйне. Төп шарт – ноябрь квитанциялары менән сағшытырғанда сумма 42 процентҡа юғары булырға тейеш. Был йүнәлештә эш 26 ғинуарҙа башланды. Тәүге өс көндә генә ҡулланыусыларҙан алты меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән.

Ҡабул ителгән ғаризалар эшкәртеүгә алынған, тәүге корректировкалар февраль квитанцияларында күренәсәк. Әйткәндәй, йылылыҡҡа бәйле мөрәжәғәттәр 15 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Ғаризаны предприятие сайты, электрон форматта ла ебәрергә мөмкин. Бәлки шуғалыр ҙа компанияның баш офисында ғауға һиҙелмәй. Республика етәксеһе предприятие, ҡала хакимиәте етәкселеге менән осрашып киҫкен проблеманы хәл итеү бурысын ҡуйҙы.

Идарасы компанияларға күп ҡатлы йорттарҙа йылылыҡ селтәрҙәре эшен яйға һалырға кәрәк. Ҡулланыусыларҙың кеҫәһенә һуғыусы осраҡтар ҡабатланмаҫҡа тейеш.

Халыҡтан юғары түләүҙәргә бәйле ялыуҙар Берҙәм иҫәп-касса үҙәгенә лә ҡабул ителә. Өфөлә ойошманың 31 бүлексәһе эшләй. Эш сәфәре барышынды Радий Хәбировты түләүҙәрҙең асыҡлығын булдырыуға йүнәлтелгән махсус программа менән таныштырҙылар. Дөйөм иҫәпләү приборҙары күрһәкестәре автоматик рәүештә алына башлаясаҡ.

Радий Хәбиров республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы йылытыу миҙгеленә тейешле кимәлдә әҙер булмауын билдәләне. Был ҡулланыусыларҙың сығымдары артыу сәбәптәренең береһе. Төбәк етәксеһе ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар – Өфө инженер селтәрҙәре предприятиеһы һәм Башҡортостан йылылыҡ селтәрҙәрен бүлеү компанияһы эшмәкәрлегенә бәйле кәңәшмә уҙғарырға ниәтләй. Төп бурыс - нигеҙһеҙ түләүҙәр өсөн халыҡҡа аҡсаһын ҡайтарыу һәм бындай осраҡтарға юл ҡуймау.

Гөлназ Хәйбуллина.