Башҡортостанда инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә документтар юллау мәсьәләһе ябайлаштырыла. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошо туралағы закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡараны.
Халыҡ һайланыусылары әйтеүенсә, йәмғиәт мәнфәғәтенән сығып әҙерләнгән проекттар закон статусын тиҙ арала ала. Документ үҙ көсәнә инеү менән күп ғаиләләрҙә ҡағыҙ мәшәҡәттәре юҡҡа сығасаҡ. Инвалид балаһы булғандарға торлаҡ юллағанда ҡабат-ҡабат справкалар юллау кәрәкмәйәсәк.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың утыҙынсы ултырышына өс тиҫтәгә яҡын закон проекты сығарылған. Тәүге уҡыуҙы үткән тағы бер документ балаларҙың йәмәғәт транспортында йөрөтөүгә ҡағыла. Парламент ағзалары билетһыҙ ингән балаларҙы төшөрөп ҡалдырыуҙы тыйырға иҫәп тота. Был ҡануниәт бәлиғ булмағандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк.
Айнур Кәбиров.