Алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеү өсөн Башҡортостанға федераль үҙәктән аҡса бирелә

2020 йылда 6 миллиард 700 милион һум бүленгәйне. Был аҡсаға 54 проблемалы йорт мәсьәләһе хәл ителгән. Быйыл тағы 3 миллиард һум бүленә, тип белдерҙе Премьер-министр Андрей Назаров. Уҙған йылда республикала торлаҡ төҙөлөшөндә алданған 7 мең ярым кеше бар ине, бер йылда яртыһының проблемаһы хәл ителде, тине хөкүмәт рәйесе.