252 иҫерек водитель тотолған. Аварияларҙа 6 кеше һәләк булған, 44-е имгәнгән. Юлда фажиғәгә килтергән төп сәбәптәрҙең береһе ҡаршы һыҙатҡа сығыу, тип белдерҙе Транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала Башҡортостанда 99 янғын булған. Утта 7 кешенең ғүмере ҡыйылған. Һуңғы аҙнала 4 кеше бейектән ҡолаған, Күмертауҙа бер кеше һәләк булған.