Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге премия тапшырылды

Тантаналы сара Күгәрсен районы Төйәмбәт ауылында уҙҙы. Лауреаттар исемлеген "Мораҙым" гәзите хәбәрсеһе Айгөл Арыҫланбәкова, Республика ирекмәнлек хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын яҡлау үҙәге директоры Илшат Биҡҡоллов, Күгәрсен Балалар ижады үҙәгенең өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Тәлғәт Ишемғолов тулыландырҙы. Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияһы егерме ике йыл элек Башҡортостан яҙыусылар союзы һәм Күгәрсен районы менән берлектә булдырылған.