Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министры Рәмзил Күсәрбаев ҡулға алынған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре чиновниктың бүлмәһендә тентеүҙәр уҙғарған. Республика Хөкүмәте Аппаратының мәғлүмәт департаментынан хәбәр итеүҙәренсә, был тикшереүҙәр 2017 йылда Күмертау ҡалаһында таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү эше менән бәйле.

Ул ваҡытта ҡулға алыныусы республиканың капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарған булған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәмзил Күсәрбаев ике ай элек кенә төҙөлөш һәм архитектура министры итеп тәғәйенләнгәйне.