Ярҙам ҡулын һуҙып. Стәрлебаш районын хеҙмәтләндереүсе социаль хеҙмәткәрҙәр, ирекмән булараҡ, 5 меңдән ашыу кешегә ярҙам иткән. Пандемияға тиклем 18 кеше өсөн яуаплы Валентина Соболева ҡатмарлы осорҙа ике тапҡыр күберәк граждандарҙы хеҙмәтләндерә. Ул яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәге кешеләргә аҙыҡ-түлек, даруҙар йөрөтөү менән сикләнмәй. Социаль хеҙмәткәр уларҙың йорт-ҡураһын да тәртиптә тота. Теманың дауамы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Стәрлебаш ауылында йәшәүсе Валентина Соболева һөнәре буйынса химик булһа ла ғүмерен кешеләргә ярҙам итеүгә бағышлаған. Ул егерме йылдан ашыу социаль хеҙмәткәр вазифаһында өлкән йәштәге йәки хроник сирҙәр менән ауырыған граждандарға ярҙам итә. Пандемия шарттарында иҫәпкә Валентина Соболева үҙ эшен ирекмән булараҡ дауам итә.
Валентина Соболева быға тиклем 18 кешегә даими ярҙам итһә, һуңғы айҙарҙа ул үҙ участкаһынан тыш өҫтәмә граждандарҙы ҡарамаҡҡа алған. Ихлас күңел менән ярҙамға ашҡынған ирекмән әйтеүенсә, яңғыҙ йәшәгән өлкәндәрҙең шат йылмайыуын күреү - иң ҙур баһа.
Стәрлебаш районында халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге эшселәре вирус таралыу менән бәйле ҡатмарлы осорҙа 5 меңдән ашыу кешегә аҙыҡ-түлек, дарыу һәм көндәлек кәрәк-яраҡтарын йөрөтөп ярҙам күрһәтә. Үҙәккә теркәлгән 18 хеҙмәткәр ирекмән булараҡ махсус курстарҙа белем алып өҫтәмә эш башҡарған.
Стәрлебаш районынан тыш социаль үҙәк хеҙмәткәрҙәре Ғафури районында йәшәгән граждандарҙы хеҙмәтләндерә. Исемлек буйынса теркәлгән 671 кеше ирекмәндәр даими рәүештә ирекмәндәр ярҙамын ҡабул итә.
Меңәрләгән кешегә аҙыҡ-түлек, медикаменттар килтереп өлкән йәштәге кешеләрҙең көндәлеген еңелләштергән ирекмәндәр хеҙмәт көнөнән тыш өҫтәмә рәүештә эшләү ауыр түгел тип уртаҡлаша. Ярҙам итеү - эш өсөн түгел, йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарыла, ти социаль хеҙмәткәрҙәр.
Флорида Ким.