Өфөлә Салауат Юлаев проспектында төндәрен машиналар йөрөшө тағы тыйылды

Мэриянан хәбәр итеүҙәренсә, төнгө 12-енән иртәнге 5-кә тиклем хәрәкәт сикләнә. Тыйыу 6 февралгә тиклем була. Был участкаларҙы урап үтергә мөмкин, тип белдерәләр ҡала хакимиәтенән. Өфөлә Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы киҫешкән урында реконструкция бара.