100-ҙән ашыу водитель инвалидтар өсөн тәғәйен урындарҙа машина ҡалдырған өсөн яуапҡа тарттырылған.

Уларҙың күбеһе ҡуйылған билдәләргә иғтибар итмәүе, шулай уҡ сауҙа йорттары янында машина өсөн урындар етешмәүе тураһында белдергән. Хоҡуғы булмаған кеше инвалидтар өсөн тәғәйен урында автомобиль ҡалдырһа уға 5 мең һумға тиклем штраф һалына.