Сираттағы «Төҙөлөш сәғәте»ндә төбәктәге алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтары тергеҙеү мәсьәләһе күтәрелде.
Атап үткәндә, онлайн форматтағы кәңәшмәлә ҡатнашыусылар «Весна» торлаҡ комплексының ике йортон төҙөп бөтөү юлдарын барланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Радий Хәбиров Октябрскиға эш сәфәре барышында төҙөлөш майҙансығында булды.
Объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу өсөн 40 миллион һум банк кредиты бүленгән. Финанс ярҙам менән йорттарҙың береһен быйыл майҙа, икенсеһе августа сафҡа инер тип көтөлә. Кәңәшмәлә ҡаланың тағы ла бер проблемалы йорттоң яҙмышы билдәле булды. 38-се микрорайонда урынлашҡан «Спартак» торлаҡ комплексының 80 фатирлы секцияһы 1-се апрелгә төҙөлөп бөтөргә тейеш.