Йәштәргә ҡарағанда ололар тәрбиә һәм хәстәрлеккә нығыраҡ мохтаж. Иң яҡшы ҡарттар йорто ла ғаиләлә тантана иткән тыныслыҡ һәм уңайлыҡ менән тиңләшә алмай. Әммә яңғыҙ ҡалған пенсионерҙарға нимә нишләргә? Башҡортостанда «Өлкән йәштәге граждандар һәм инвалидтарҙы тәрбиәгә алыусы ғаиләләр тураһында» закон тиҫтә йылдан ашыу ғәмәлдә. Уға ярашлы, ғаиләләр олатай һәм өләсәйле була ала. Уларҙың береһе, Шишмә районы Бүләкбаш ауылында йәшәүсе ғаилә тураһында ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Гармун моңдарына йәшлек йырҙары. Музыка ҡоралының аҡ төймәләренә оҫта итеп баҫып көйләүсе Нуретдин ағай яңы ғаилә ағзаһы. Светлана Мөрсәлимова менән Әлфир Әминевтың йорттарына ул яңыраҡ ҡына йәшәргә килә. Һуғыш йылдарында аслы-туҡлы, артабан колхозда эшләгән Нуретдин Сәләхов бер нисә йыл элек япа-яңғыҙы тороп ҡалған. Хәҙер иһә ул ҡартлығын тиңдәштәре менән аралашып, ғаилә йылыһын күреп йәшәй. 91 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул әле лә үҙен йәш кешеләй тоя.
Йылы ҡараш һәм ихлас һөйләшеүҙәр. Тәү ҡарашҡа улар тыуғандар түгел икәнен дә аңлап булмай. Мәүҙидә Кәримова Нуриман районында тыуа. Кулактарҙы эҙәрлекләү осоро башланып, атаһын ҡулға алғастары, ғаиләһе менән Өфөгә күсә. Ҡәһәрле һуғыш башланған саҡта әле генә техникумды уҡып бөткән ҡыҙ Үҙәк телеграфта эшләй. Ә бына Рәшиҙә Ғәлмитдин ҡыҙы Сәрмән балалар йортонда тәрбиәләнә, ғүмере буйы төҙөлөш эшендә эшләй. Ауыр тормоштан сәләмәтлеге лә ҡаҡшай. Һәр кем ҡартлығын ғаиләлә, туғандары араһында лайыҡлы ҡаршылағыһы килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәрҙең бындай мөмкинлеге юҡ. Был саҡта яңғыҙ ҡалған пенсионерҙар Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала.
Бергәләшеп улар 3 йыл йәшәй. Йорт хужалары пенсия йәшендәге яңғыҙ кешеләрҙе үҙҙәренең яҡын туғандары кеүек ҡабул итә. Светлана Мөрсәлимова менән Әлфир Әминевтың ғаиләһе уларҙы хөрмәт иткән, ярҙам күрһәткән йорттарҙың береһенә әүерелә. Тәрбиәсе, ашнаҡсы, медицина хеҙмәткәре һәм водитель дә кеүек үҙебеҙҙе хис итәбеҙ, ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың, бер ҙә зарланмайбыҙ, ти улар.
Ғаиләлә пенсинерҙар ысынлап та яҡшы тәрбиәләнә. Балалар ыңғай ҡарашта, һағынып ҡайталар, ти Светлана Ураловна. Тәрбиәгә алған пенсинерҙар менән уртаҡ тел табыу ғына түгел, килешеп, ярҙамлашып тороу мөһим. Байрамдарҙы бергәләшеп ҡаршылайҙар, район хакимиәте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
Үткән йылда ололар йорттары менән бәйле күңелһеҙ осраҡтар артыуы сәбәпле, хәҙер яңғыҙ ҡалған ҡарттарға иғтибар көсәйтелә. Ҡулланыусылар сәләмәтлеге һәм хәүефһеҙлек талаптары йышыраҡ тикшерелә башлана. Иң мөһиме иһә, был йортта үҙҙәре генә тороп ҡалған ололар ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер итә.
Әлфинә Килдейәрова