Ике районда юл буйы хеҙмәтләндереү объекттары төҙөлә. Өфө районы Зубов ауыл биләмәһендә 150 миллион һумлыҡ проект ғәмәлгә ашырыла. Кушнаренко районында 250 миллион һумлыҡ объект булдырыла. Улар быйыл төҙөлөп бөтөргә тейеш, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Башҡортостанда юл буйы хеҙмәтләндереү объекттары - ҡунаҡхана, кафе, машина ҡуйыу һәм ремонтлау урындарын төҙөүселәр өсөн ҙур ташламалар ҡаралған.