Һанлы технология белгестәре махсус конкурста ҡатнаша

Әле ил буйынса ғаризалар ҡабул ителә. Ул 28 февралгә тиклем бара. "Интернет коммуникация лидерҙары" тигән конкурс еңеүселәре илдең алдынғы интернет белгестәре менән бергә эшләп ҡарай ала. Шулай уҡ Мәскәү дәүләт университетында махсус программа буйынса бушлай белем алыу мөмкинлеге була.