Континенталь хоккей лигаһы аҙнаның иң яҡшы уйынсыларын иғлан итте

Санкт-Петербургтың СКА клубынан ҡапҡа һаҡсыһы Александр Самонов, Мәскәүҙең “Динамо”һынан һаҡсы Михал Чайковски һәм Магнитогорскиҙың “Металлург” һөжүмсеһе  Тэйлор Бэк иң яҡшылар исемлегендә. “Салауат Юлаев”тан Александр Алексеев та икенсе аҙна рәттән иң яҡшы яңы уйынсы тип билдәләнде. Һуңғы өс уйында ул 2 шайба индергән, бер һөҙөмтәле пас биргән.