Был ҡан ҡойошта 700 мең самаһы һалдат һәләк була. Сталинград янында еңеү Бөйөк Ватан һуғышының һынылышлы мәле-совет ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә. Дошманды еңеүгә Башҡортостан яугирҙары ла тос өлөш индерә. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы ла тап ошонда башлана. Тарихи датаға арнап республикала төрлө саралар ойошторола. Шаран районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәре Гөлфинә Лотфуллина һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт